PubChem

PubChem
URL:

pubchem.ncbi.nlm.nih.gov

Коммерция:

юҡ (йәмәғәт милке)

Сайт тибы:

мәғлүмәттәр базаһы

Теле:

инглиз теле

Милексе:

АҠШ-тың Милли биотехнология мәғлүмәт үҙәге

PubChem — химик берләшмәләрҙең һәм ҡатнашмаларҙың йәмәғәт милке базаһы. Уны АҠШ-тың Милли биотехнология мәғлүмәт үҙәге (NCBI), АҠШ-тың Милли медицина китапханаһы бүлексәһе хеҙмәтләндерә, был үҙ сиратында АҠШ-тың Милли һаулыҡ һаҡлау институттарының (NIH) бүлексәһе булып тора.

80-дән ашыу төрлө мәғлүмәттәр базаһы PubChem мәғлүмәт базаһының үҫеүенә булышлыҡ итә[1].

PubChem мәғлүмәт базаһы 2004 йылдан бирле эшләй.[2]

  1. PubChem Substance Data Source Information (ингл.). PubChem. Дата обращения: 24 сентябрь 2013. Архивировано 22 сентябрь 2013 года.
  2. About PubChem. Дата обращения: 2 октябрь 2015. Архивировано 28 май 2018 года.

© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search